Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләйҙәр

Баш ҡалала 6 майҙансыҡта аҡ халатлылар бүләкләнә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин коллегаларын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡотлай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда табип һәм шәфҡәт туташтарына лайыҡлы наградаларын парламент рәйесе Константин Толкачев тапшыра. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.