Генераль прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был һан 25 процентҡа күберәк. Коррупция осраҡтарының күбеһе - ришүәт биреү. Йыл һайын ошондай 3 мең самаһы енәйәт эше ҡуҙғатыла. Рәсәйҙә һуңғы 5 йылда коррупционерҙарҙан 800 миллиард һумлыҡ мөлкәт тартып алынған.