Республика Милли йәштәр театры "Аҡбуҙат" эпосы буйынса премьера әҙерләй

Дастанға нигеҙләнгән пьесаның авторҙары Зөһрә Бураҡаева һәм Илсур Ҡаҙакбаев. Спектакль фэнтези жанрында була. Ул башҡорт халыҡ легендалары һәм мифологияһына яңы ҡараш уята. Ижадсылар тамашасыны Урал батырҙың бүләсәре - Һәүбән һәм тылсымлы ат Аҡбуҙат тарихы менән таныштыра.  Сәхнә әҫәре мәңгелек тема - яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ көрәшен һүрәтләй. Спектаклдең премьераһы иртәгә тәҡдим ителә. Ул 12 йәштән өлкән тамашасыға тәғәйенләнә.