Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай яҙғы сессияның һуңғы пленар ултырышына әҙерләнә

Был көндә  70-тән ашыу мәсьәлә ҡарала. Ҡанун проекттарының бер өлөшө социаль яҡлау сараларына ҡағыла. Мәҫәлән, депутаттар етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала ҡараған опекундарға һәм попечителдәргә аҡсалата түләүҙе арттырыу тураһында закон ҡабул итергә ниәтләй. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Көн тәртибенә индерелгән закон проекттары иҫәбендә - Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Һүҙ хәрби журналистарҙы социаль яҡлауҙы көсәйтеү хаҡында бара. Улар ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, халыҡҡа хәрби хәрәкәттәр зонаһынан дөрөҫ мәғлүмәт еткерә,ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика парламентының Пленар ултырышы 24 июндә уҙа.