Өфөлә экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгесте асыҡлайҙар

Предприятие һәм ойошмалар араһында Бөтә Рәсәй конкурсы уҙғарыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  экологик проблемаларҙы хәл итеү өсөн яҡшы белгестәр кәрәк. Шуға был һөнәрҙең абруйын арттырыу менән бергә хеҙмәткәрҙәрҙе яңы ҡаҙаныштарға  әйҙәргә  кәрәк. 26 июндә конкурс һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә экологик  хәүефһеҙлек  буйынса  иң яҡшы 10 белгес билдәләнә.