Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү буйынса эштәрҙең яҙғы этабы тамамланды

"Урмандарҙы һаҡлау" тигән федераль проект ғәмәлгә  ашырыла. Уға ярашлы, яҙын  4 мең 100 гектарҙа  үҫентеләр ултыртылырға тейеш булған. План 12 процентҡа арттырып үтәлгән. Иң күп ағас Белорет, Йылайыр, Ҡариҙел һәм  Бөрйән райондарында ултыртылған, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы  министрлығынан.