Йылайыр районының Матрай ауылы мәктәбенә 100 йыл

18 июнгә сюжет. Матрай мәктәбенә -100 йыл. Йылайыр районының Матрай ауылы мәктәбенә 100 йыл. Белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ошо көндәрҙә туған мәктәбен бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотларға йыйылды. Коллегабаҙ Наил Юнысов байрам тәьҫораттары менән бүлешә.

Тантаналы линейкаға етәкләшеп белем усағы тупһаһын үтеүселәрҙең күҙҙәрендә тулҡынланыу ҙа, шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғолары сағыла. Мәктәпкә-100 йыл. Белем усағының абруйы ҙур. Республикабыҙға бихисап билдәле шәхестәрҙе, етәкселәрҙе, әүҙем йәмәғәтселәрҙе уҡытып сығарыуы менән дан тота.

Бөгөн мәктәп заманса стандарттарға яуап бирә. Кластар яҡты, уҡыу өсөн бар шарттар булдырылған. Эргә-тирәләге 7 ауылдан барлығы 147 бала белем ала. Аҙна башында автобус менән өйҙәренән килтереү һәм аҙна һуңында ҡайтарып ҡуйыу системаһы эшләй. Мәктәп интернатында 56 бала йәшәй.

Байрамда ҡатнашыусылар мәктәп буйлап экскурсия барышында йәшлек йылдарын хәтерләп, тиҫтерҙәре менән һәр мөйөштөң, һәр стенаның нисек үҙгәреүен иҫкә төшөрөп,кем уҙарҙан ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында сөкөрләште. Йәш быйынға мөрәжәғәт итеп, “Ваҡыт капсулаһы”на теркәгән теләктәрҙе 25 йылдан һуң асырға килештеләр.

Юбилейға килеүселәр мәктәп спортзалында ойошторолған Сәғит Күскилдин иҫтәлегенә Шашка һәм шахмат турнирында көс һынашты.

Шул уҡ көндө Матрай ауылында күренекле ауыл хужалығы хеҙмәткәре, заманында Йылайыр районы үҫешенә тос өлөш индереүсе Әнүәр Ярмулла улы Ҡаҙаҡбаевҡа бюст асыу тантанаһы уҙҙы.

Наил Юнысов