Баш ҡалала 20 йәшкәсә егет-ҡыҙҙар араһында пляж волейболы буйынса республика беренселеге үтте

Баш ҡалала 20 йәшкәсә егет-ҡыҙҙар араһында пляж волейболы буйынса республика беренселеге үтте. Ярышта Өфөнән, Ауырғазы һәм Иглин райондарынан 12 команда ҡатнашты. Уйындар икегә ике форматында үтте, еңеүсе өсөнсө партия һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Иң көслө команда Волга буйы федераль округы беренселегендә Башҡортостан данын яҡлай. Быға тиклем 15, 17 һәм 19 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ошондай уҡ ярыштар уҙғарылғайны.

Ошо майҙанда уйындар даими уҙғарыла. Был аҙнала Республика Кубогына турнир ойошторолдо, шулай уҡ йәкшәмбе көнө хеҙмәт коллективтары командалары араһында ла ярыш үтә. Барыһын да саҡырып ҡалабыҙ.

Алексей Чавкин, Башҡортостан волейбол федерацияһының башҡарма директоры