Башҡортостан Петербург форумында: иҡтисад, мәҙәниәт һәм милли брендтар

Илдең төньяҡ баш ҡалаһында Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башланы. Дүрт көн дауамында барасаҡ күләмле сара Рәсәй төбәктәренән тыш, донъяның 92 сит ил ҡунаҡтары ҡатнашлығында үтә. Форумдың тәүге көнөндә төбәк ресторандары менән бергә, дүрт автор гастрономия проекттары асылды. Улар араһында беҙҙең милли аш-һыуҙарҙы тәҡдим иткән «Башҡортостан» рестораны ла бар. Быйылғы форумда республика традицион мәҙәниәт аша фәнни-технологик йүнәлештәге килешеүҙәр төҙөү маҡсатында эш алып барасаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Алты метр бейеклектәге айыу Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумының иң ҙур фигураһы. Урман кейеген уратып алған Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы ла шулай уҡ күләмлелеге менән айырылды.

Форумда, шулай уҡ Өфөнөң 450 йыллығына сафҡа ингән Көрәш һарайының миниатюр вариантын да күрергә мөмкин. Ул ил кимәлендәге күләмле һәм төрлө йүнәлештә махсуслашҡан берҙән-бер спорт учреждениеһы. 390 квадрат метр майҙанда, ғөмүмән, Башҡортостан үҙенең иҡтисади мөмкинлектәрен традицион мәҙәниәт аша менән таныштыра. Улар араһында төбәктең эре компанияларынан тыш, республика йөҙөн билдәләүсе милли бренд та үҙ урынын алды.

240 урынға иҫәпләнгән ресторанда иһә форум ҡунаҡтарына башҡорт халҡының мәҙәниәте менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирелде. Милли аш-һыуҙары аша республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тотошлай күҙ алдына баҫтырҙы. Был өлкәлә хеҙмәттәшлек итергә теләүселәргә урында айырым һөйләшеү бүлмәһе ҡаралған.

Шулай уҡ “Башҡортостан” стенды майҙансығында республиканың туристик һәм сәнәғәт ҡеүәтен күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Төбәктең иң эре еңел сәнәғәт компанияларының береһендә теләгән һәр кем Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең башҡа билдәле сәйәсмәндәре цитаталары яҙылған махсус футболкалар алды. Башҡортостан стенды, ғөмүмән, илдең бик күп билдәле шәхестәрен йәлеп итте. Уларҙы республика менән дуҫтарса мөнәсәбәт бәйләй.

Халыҡ-ара иҡтисади форум донъяуи иҡтисадтың төп мәсьәләләрен тикшереү һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу өсөн төп майҙансыҡ. Быйыл Башҡортостан менән 100 миллиард һумға яҡын суммаға утыҙҙан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин