Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында тәҡдим ителгән төбәктәрҙе «дронофикациялау» пилот рейтингында өсөнсө урын яуланы.
Рейтингты төҙөүселәр илдең 47 төбәгенең пилотһыҙ осоу тармағын үҫтереүгә йәлеп ителеүен баһалаған. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте.
Радий Хәбиров белдереүенсә, рейтинг төбәктәрҙең пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеүҙә ике төп йүнәлешен үҙ эсенә ала. Беренсенән ул пилотһыҙ осоу авиация системаһын күләмле эксплуатацияауға әҙерлек - йәғни, һауаның асыҡлығы, тейешле инфраструктура, ресурстар һәм кадрҙар. Икенсенән, уларҙы ҡулланыу сценарийҙарының әҙерлеге, мөмкинлектәре һәм баҙар перспективалары. Республикала махсус хәрби операция барышында һөҙөмтәлелеген күрһәткән FPV-дрондар етештереү үҙләштерелгән. Пилотһыҙ осоу аппараттары төрлө өлкәләр, шул иҫәптән ауыл хужалығынан алып ҡотҡарыу операциялары өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә.