Бында республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән граждандар документ туплай, банк иҫәбе аса, медицина тикшереүе үтә һәм кәрәкле анализдар тапшыра. Контракт буйынса килешеүҙе 18 йәштән алып 65 тиклем ир-егеттәр төҙөй ала. Башҡортостанда контракт килешеүе төҙөүсе ир-егеттәргә түләүҙәр һәм шулай уҡ ғаиләләренә төрлө ярҙам сараһы ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн хәрби комиссариатҡа йәки республика һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин.