Белгестәр 24 мең гектар ерҙе ҡараған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөжәктәр күбеһенсә көньяҡ райондар баҫыуҙарында таралыуы теркәлә. Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш маҡсатында сәсеүлек майҙандары махсус химик матдә менән эшкәртелә.