Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған

Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған. Әҙилә Мирғаязова йәйге каникул ваҡытында ял итеп кенә ятмай, ә яңы һөнәр үҙләштерә. Ҡыҙ Октябрь районының Төҙөкләндереү хеҙмәтендә эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт Илүзә Ҡыҙрасова репортажында.

Йәйге каникулда йылға буйында ҡыҙыныу урынына двигатель гөрһөлдәүе менән солярка еҫен - ҡыҙ үҙе һайлаған. Нуриман районынан Әҙилә Мирғаязова Башҡорт дәүләт аграр университетында автомеханик һөнәренә уҡый. 1-се курста ул тракторсы-машинист таныҡлығын алған. Тиҫтерҙәренең күбеһе традицион һөнәрҙе һайлаһа, ҡыйыу ҡыҙ мажаралар һәм һынауҙар менән тулы юлдан барырға ҡарар иткән.

Тракторға ултырыу осраҡлы ғына килеп сыҡты. Беренсе курста беҙҙе университетта тракторға уҡыттылар һәм беҙ баҫыуҙарҙа практика үттек. Быйыл курсташтарым менән йәнә практикаға барыу урынына үҙемде һынап, эшләп ҡарарға булдым.

Әҙилә Мирғаязова, тракторсы-машинист

Әлеге ваҡытта Әҙилә стажировка ғына үтә. Тракторҙағы төп эштән тыш, ул тирә-яҡты йыйыштырыуҙа ла ярҙам итә - һепереп тә, сабып та өлгөрә. Уның менән тәжрибәле остаз эшләй. Техникала йөрөргә өйрәтә, эш тәртибен аңлата.

Өфөнөң Октябрь районын төҙөкләндереү буйынса хеҙмәттә йәмғеһе 230-ҙан ашыу кеше эшләй. Әҙилә иң йәше һәм берҙән-бер тракторсы ҡыҙ. Етәкселек билдәләүенсә, ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулап, үҙен яуаплы, эшһөйәр итеп күрһәткән. Шуға күрә бер нисә көндән ҡыҙ рәсми рәүештә эшкә урынлашасаҡ.

Әҙилә Мирғаязова йәй аҙағына тиклем эшләргә иҫәп тота. Ул йәмғиәткә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ирҙәр кеүек трактор менән ышаныслы идара итә алыуын иҫбатларға теләй .

Илүзә Ҡыҙрасова