Бөгөн юғары уҡыу йорттарына ғаризалар ҡабул ителә башлай

Абитуриенттар документтарын онлайн тапшыра ала. Уны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм уҡыу йортоноң үҙәкләштерелгән электрон сервисы ярҙамында ҡалдырырға була. Буласаҡ студенттарға документтарҙы  шәхсән вузға килеп, почта аша йәки электрон тәртиптә ташырырға мөмкин, ти Өфө фән һәм технологиялар университетының абитуриенттар менән эш идаралағы етәксеһе Ринат Төлкөбаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Вуздарға документтарҙы 25 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин. Бюджет һәм түләүле урындарға ҡабул итеү тураһында бойороҡтар август аҙағына тиклем баҫтырыла. Быйыл республикала 14 меңдән ашыу бюджет урыны ҡаралған.