Был хужалыҡтар тоҡомсолоҡ йүнәлешендә эшләй, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Улар Гольштин, бестужев, симменталь, герофорд тоҡомло һыйыр малы үрсетә. Шулай уҡ йылҡы, һарыҡ һәм сусҡа тәҡдим итеүселәр бар. Быйыл Башҡортостанда был тармаҡҡа ярҙам өсөн 300 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған.