Башҡортостан паралимпия спортсыһы Мексикала 5 миҙал яуланы

Эмиль Сәлимгәрәев  Халыҡ-ара  паралимпия  комитетының донъя серияһы этабында ҡатнашты. Ул 1 алтын, 3 көмөш һәм 1 бронза наградаға лайыҡ булды. Турнирҙа 26 илдән  282 спортсы сығыш яһаны, тип  хәбәр итәләр Спорт министрлығынан.