Документ 24 июндә парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡарала. Уға ярашлы, палатаны ойоштороу тәртибе, вәкәләттәр мөҙҙәте, палата ағзалары йәше, хоҡуҡтары һәм бурыстары аныҡлана. Йәштәр палатаһы вәкәләттәрен биш йылға тиклем оҙайтыу тәҡдим ителә. Ун ағза Республика Башлығы тәҡдиме буйынса билдәләнә, тағы унауһын парламент президиумы тәҡдим итә, 25 кешене социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмалар конкурс комиссияһы һайлай.