Өфөлә «Башҡортостан республикаһында патриотик тәрбиә тураһындағы» законды тормошҡа ашырыу буйынса парламент тыңлауҙары үтте. Ҡануниәт 2023 йылда үҙ көсөнә ингәйне. Документҡа ярашлы тәрбиә биреү системаһына үҙгәрештәр индерелә, уның яңы йүнәлешетәре һәм формалары барлыҡҡа килә. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары даирәһе киңәйә.
Башҡортостанда патриотик йүнәлештәге бик күп саралар уҙғарыла. Законды тормошҡа ашырыуға ярашлы, республика мәктәптәрендә һәм колледждарында директорҙар кәңәшселәре барлыҡҡа килә, уҡыусыларҙа гражданлыҡ ҡиммәттәрен формалаштырыуға булышлыҡ иткән эшмәкәрлек ойошторола. Шулай уҡ төрлө ирекмәндәр штабтары асыла. Башҡортостанда белем биреү ойошмалары нигеҙендә меңдән ашыу ойошма булдырылған.