Иглин ауылында махсус хәрби операция яугиры менән осрашыу үтте

Ялда булған махсус хәрби операция ҡатнашыусылары тыл хеҙмәтсәндәре, республика ирекмәндәр штабы ағзалары менән осраша. Иглин ауылының «Барыһы ла Еңеү өсөн» штабына «ЛЕГО» ҡушаматлы яугир саҡырылды. 428-се мотоуҡсылар полкында снайпер булып хеҙмәт иткән замандашыбыҙ яу юлы, реабилитация һәм әлеге ваҡытта Росгвардияның 902-се полкы миномет батареяһы 116-сы бригадаһында контракт буйынса хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне.

Ҡунаҡҡа оҫтаханалар буйлап экскурсия ла үткәрелде. Иглин ауылының өсөнсө йыл эшләп килгән ирекмәндәр штабы яҡташтарына камуфляж, маскировка селтәрҙәрен эшләү тәжрибәһен күрһәтте. Әлегә яугирҙарҙың һорауы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә ауыл халҡы дронға ҡаршы япмалар һәм юрғандар әҙерләй.