Өфөлә Аксаков паркындағы бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү бара

Өфөләге балалар уйын майҙансығында ауыр йәрәхәттәр алған 8 йәшлек ҡыҙ буйынса хоҡуҡ һағындағылар тикшереү алып бара. Бәүелсәктең бәүелгән саҡта бер яҡ сынйыры өҙөлә һәм тимер нығытма баланың битенә төшә. Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлегенә эләккән кескәй пациенттың хәлен беҙҙең ижади төркөм дә белеште. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Ҡыҙҙың битендәге күк бөткән, ирене тегелгән, яңаҡ-йөҙөндәге йәрәхәттәре уңалып бара. Бәүелсәктә бәүелгәндән һуң зыян күргән баланың урынынан урынынан шылған ике тешен ҡотҡарыу буйынса ла хирургик саралар күрелгән. Табиптар билдәләүенсә, ҡыҙҙы оҙайлы реабилитация көтә.

Бала ауыр йәрәхәтләнгәйне, тештәре ныҡ ҡына зыян күргәйне. Улар махсус пластмасс шыналар менән нығытып ҡуйылды. Әле баланы дауахананан сығарыуға әҙерләйбеҙ. Ул оҙайлы ваҡыт поликлиника табиптары күҙәтеүендә буласаҡ.

Анатолий Тимошенко, Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлеге хирургы

Йәмәғәт биләмәһенә балалары менән ял итергә килгән ғаилә әле һаман шаңҡыу хәлендә. Көтмәгәндә ҡыҙҙары бәләгә тарый. Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлегендә Әҙилә 12 июндән алып дауалау курсы үтә.

Беҙҙең менән прокуратура органдарынан бәйләнешкә сыҡтылар, шулай уҡ полицияға ла ғариза яҙғайныҡ. Ошондай уйын майҙансыҡтары етди контролгә алынһын ине, ҡоролмалар хәүефһеҙ булырға тейеш. Айырыуса йәйге каникул осоронда, күпләп балалар ял иткән мәлдә бар яҡлап та тәртип булыуы мотлаҡ.

Булат Миңлебаев, Әҙиләнең атаһы

Күңелһеҙ осраҡ Өфөнөң Аксаков баҡсаһында 12 июндә теркәлә. Балалар уйын майҙансығында, тап ошо урында ҡыҙ бәүелсәктә бәүелгән. Әле ҡоролма һүтеп алынған, тикшереү эштәре бара. Биләмәлә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында яуаплы ойошма тарафынан эргәләге уйын ҡорамалдарының ныҡлығы һыналған, етди күҙәтеүгә алынған.

«Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы»нда осраҡ буйынса хеҙмәт тикшереүе алып барыла. Һүтеп алынған балалар ҡоролмаһы өсөн яңы тимер элементтарға заказ бирелде. Тиҙҙән бәүелсәк кире урынына ҡуйыла.

Артём Логинов, Өфөнөң «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы директоры урынбаҫары

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы өсөнсө йыл рәттән ихаталарҙағы балалар уйын майҙансыҡтарына йәмәғәт мониторингы алып бара. Хәүефһеҙлек талаптары үтәлеше, етешһеҙлектәргә айырыуса иғтибар йүнәлтелә.

Быйыл майҙа район-ҡалаларҙағы 559 майҙансыҡты йөрөп сыҡтыҡ, етешһеҙлектәр ҙә асыҡланды. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, тәҡдимдәрҙең 80 проценттан ашыуы майҙансыҡ өсөн яуаплы ойошмалар тарафынан эшкәртеүгә алына, биләмә тәртипкә килтерелә.

Лида Исергәкова, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары

Йәйге каникул осоронда балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтары артыуы күҙәтелә. Республика балалар клиник дауаханаһының травматология һәм ортопедия бүлексәһендә лә эш күләме өс-дүрт тапҡырға арта.

Табиптар ата-әсәләрҙе балаларға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Үҫмерҙәр тарафынан рөхсәт ителмәгән урында яңғыҙ һыу инеү, мопед-мотоциклда оло юлға сығыу осраҡтары арта - бындай күренештәрҙең күп өлөшө тап дауаханала тамамлана.

Гөлназ Хәйбуллина