Өфөлә ике көнгә иҫәпләнгән профилактик медицина форумы башланды

Унда Бөтә Рәсәй, шул иҫәптән Мәскәүҙән, Волга буйы федераль округынан килгән баш эпидемиологтар ҡатнаша. Форум медицина ярҙамы күрһәтеү менән бәйле инфекцияларҙы иҫкәртеү, тикшереү, диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләренә арнала. Сарала эпидемиологик хәлдәрҙе тыуҙырыусы яңы биологик хәүефтәргә әҙер булыуға һәм ҡаршы тороуға айырым иғтибар бүленә.

Ҡатнашыусылар эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, вакцина, шулай уҡ календарға инмәгән инфекцияларға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.