Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә ҡиммәтле элемтә ҡорамалдары оҙатты

Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә ҡиммәтле элемтә ҡорамалдары оҙатты. Техника тәғәйен урынға килеп етте. Яугирҙар ҡорамалдарҙы урынлаштырып уны көйләү менән мәшғүл. Фронт элемтәселәренең эшен хәрби БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Дрон-детектор һауалағы дошман «ҡоштары» тураһында тынмай иҫкәртә. Элемтәселәргә фронт һыҙығына яҡын урында ретранслятор урынлаштырыу бурысы ҡуйылған. Урман һуҡмағы буйлап бер нисә саҡырым үткәс яугирҙар тәғәйен урынға барып етте. Элемтә яҡшы булһын өсөн антеннаны бейеккә элергә кәрәк. Ерема ҡушаматлы яугир уны ҡарағай олонона беркетергә булды. Бейеклектән ҡурҡмайым, дошман дрондарынан ерҙән иптәштәр һаҡлай тип шаярта ул.

«Ерема» ағас башына үрмәләгәнсе, ерҙә «Метис» ҡушаматлы яугир ретрансляторҙы көйләй. Урман эсендә автоном шарттарҙа эшләү өсөн инверторлы генератор, даими электр сығанағы һәм аккумулятор батареяһы талап ителә. Яугирҙарҙы был ҡоролмалар менән Башҡортостандың Бишбүләк районы ирекмәндәре тәьмин иткән.

Быға тиклем Бишбүләк районының «Все для фронта» ирекмәндәр төркөмө «Башҡортостан» 31-се мотоусылар полкының алдынғы идара итеү пунктын электр ҡормалдары менән йыһазландырырға ярҙам иткән. Яугирҙарға даими электр сығанағы, стабилизатор һәм аккумулятор батареялары алынған.

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы «Бөтәһе лә фронт-бөтәһе лә еңеү өсөн!» тигән лозунг бөгөн айырыуса көнүҙәк яңғырай. Фронтта һәр һалдат ныҡлы тылдың әһәмиәтен яҡшы аңлай. Башҡортостандың Ватан һаҡсыларын хәстәрләүе һәм даими ярҙам күрһәтеүе, әлбиттә еңеүгә оло ышаныс уята.

Рафиҡ Әхмәтшин