Республика онкология диспансерында күренекле хирург, педагог һәм республикала беренсе хосписҡа нигеҙ һалыусы Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды.
Ишмырҙа Хәйернур улы - башҡорт медицинаһының легендаһы, онкология хеҙмәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес. Ул ҡатмарлы операциялар яһай, бик күп табиптар әҙерләй. Шулай уҡ уның башланғысы менән тәүге хоспис асыла. Тантанала уның коллегалары, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары ҡатнашты.