60 баш малға яңы «карусель». Саҡмағош районының «Герой» хужалығында яңы, заманса, технологиялы һөтсөлөк комплексы төҙөлә. Һыйырҙар бында өйөрөлтмәккә индереп һауыла. төҙөлөш барышы менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов танышты.
Ведомство етәксеһе шулай уҡ «Заря» , «Базы», «Байбулат», Ленин исемендәге хужалыҡтар һәм «Үҙәк» машина технологик станцияһында эш барышы менән дә танышты. Ямғырҙарҙан һуң ауыл хужалығы культуралары яҡшы күтәрелгән. Әле уларҙы хитмик утау һәм ашлау алып барыла. Илшат Фәзрахманов шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, етен, көнбағыш яландарын ҡараны, гибрид сорттар менән танышты.