Башҡортостанда автомобилдәр өсөн газ яғыулығы баҙары үҫешкән

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ил төбәктәре араһында рейтинг иғлан ителде. Беҙҙең республика иң яҡшы өс төбәк исемлегенә инде, шулай уҡ "Йыл рекордсмены" номинацияһында билдәләнде. Вице-премьер-Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, республика халҡы өсөн кәрәк булған урындарҙа газ яғыулығы станциялары төҙөләсәк. Быйыл Башҡортостанда 2 меңгә  яҡын техниканы газ яғыулығына күсереү маҡсаты ҡуйылған.