Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы стратегик инициативалар агентлығы тарафынан төҙөлгән. Эксперттар үткәргән һорауламала 400 меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан. Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форум барышында Башҡортостан делегацияһы ҡатнашлығында өс тиҫтәнән ашыу эшлекле осрашыу үтте. Уның һөҙөмтәләре буйынса БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Санкт-Петербургтан Мәскәүгә сәғәтенә 400 километр тиҙлектә барған поезд кабинаһынан күренеш. Әлегә ул форумда виртуаль донъяла. Әммә буласаҡ магистралгә нигеҙ һалынған да инде.
Форум Рәсәйҙә киләһе йылдарҙа проектҡа инәсәк магистралдәрҙе үҙ эсенә алды. Башҡортостан аша үткән яңы юғары тиҙлекле федераль трасса файҙаланылыуға тапшырылғас та, илдең тағы бер мөһим инфраструктура проектының тормошҡа ашырылыуы ихтимал. Республика менән яңы авиабәйләнештәр ҙә яйға һалынасаҡ. Күптән түгел Таулы-Алтайға булдырылған тура рейс мәҫәлән, киләсәктә ике яҡ араһында туристик һәм сәнәғәт тармаҡтары буйынса хеҙмәттәшлекте нығытасаҡ. Башҡортостан делегацияһы форум барышында бөгөнгә тиклем йәмғеһе өс тиҫтәнән ашыу рәсми осрашыу уҙғарҙы.
Башҡортостан иҡтисади мөмкинлектәрен традицион мәҙәниәт аша йәлеп итеүенә бер миҫал. Донъя илдәрендә яңғырған композиция төбәк үҙенсәлегенең данын күтәрә. Башҡортостанда етештерелгән уникаль продукцияны һаҡлау һәм пропагандалау Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Роспатент менән республика араһындағы килешеү киләсәктә эште тағы һөҙөмтәлерәк итә.
Форум барышында үткән тиҫтәләрсә осрашыу яңы мөмкинлектәр аса. Илдең төньяҡ баш ҡалаһындағы майҙансыҡта Радий Хәбиров Алтай республикаһы башлығы Андрей Турчак менән ике яҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Һөйләшеү сәнәғәткә һәм туризм өлкәләренә ҡағылды.
Башҡортостан стенды республикала киләһе йылдарҙа көтөләсәк һәм әле үк нигеҙ һалынған ҙур проекттарҙың бер нисәүһен үҙ эсенә ала. “Өң” тип исемләнгән һанлы платформаны ҡулланыусылар 600 меңдән ашҡан. Проектҡа илдең егерменән ашыу төбәге ҡушылған. Стенд үҙәгенә сығарылған алты метрлыҡ айыу милли киберфизика платформаһының төп геройы. Ә уны уратып алған Юғары уҡыу йорттары студенттар кампусы макеты форум ҡатнашыусыларында ҡыҙыҡһыныу уята.
Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урын алды. Стратегик инициативалар агентлығы эксперттары үткәргән һорауламала 400 меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан. Анализ төрлө мәсьәләләргә ҡағылған. Рәсәй төбәктәрендә бизнес алып барыу шарттары, шулай уҡ күсемһеҙ милек, инженер селтәрҙәре, бизнесты яҡлау, ярҙам саралары, экспорт, инфраструктура кеүек төрлө йүнәлештәр иҫәпкә алынған.
Бөгөнгө форум ил президенты Владимир Путин ҡатнашлығында күләмле сессия ултырышы менән тамамланды.
Азат Ғәлиуллин