Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙанында Роснедра етәксеһе Олег Казанов менән осрашып Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Төп мәсьәлә-сәсмә алтын сығарыу өсөн лицензия биреүгә мораторий индереү. Республикала индерелгән сикләүҙәр ваҡытлыса, ләкин беҙҙең өсөн был мәсьәлә бөтөнләй башҡаса хәл ителергә тейеш. Көньяҡ райондарҙа йәшәүселәрҙе ул айырыуса борсой, тине Радий Хәбиров.
Республика башлығы әйтеүенсә, июлдә Башҡортостанда Олег Казанов ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрергә килештек. Уға беҙ вәхшиҙәрсә алтын сығарыу эҙемтәләрен күрһәтәсәкбеҙ. Иң мөһиме Роснедра етәкселеге беҙҙе ишетә, шуға күрә проблеманың хәл ителешенә ышанабыҙ. Радий Хәбиров башланғысы менән республикала ҡаҙылма байлыҡтар сығарыусылар һәм был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссия төҙөлгәйне. Уға федераль һәм республика власы органдары , хоҡуҡ һаҡлау структуралары вәкилдәре ингән. Тап комиссия эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыла башланы. Рөхсәтһеҙ эшләгән йүнселдәр вәхшилеге туҡтатылды, рекультивация алып барыу ҡағиҙәгә инде. Был йүнәлеш ҡануниәт нигеҙендә лә яйға һалына.