Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йорто янында Йәштәр Парламентының ике ағзаһын махсус хәрби операцияға оҙатыуға арналған сара үтте.
Егеттәр Йәштәр парламентының әүҙем ағзалары. Арсений Мангутов «Хәүефһеҙ Республика» проектының авторы ла булып тора. Арсен Хәбибуллин да патриотик сараларҙы ойоштороусы, йәмәғәт эшмәкәре. Егеттәр икеһе лә Башҡортостан кооператив техникумында белем ала, Арсен бөгөн генә һөнәри уҡыу йортонда диплом яҡлаған. Сарала ҡатнашыусылар алғы һыҙыҡҡа юлланған егеттәргә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Йәштәр үҙ сиратында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Башҡортостан кооператив техникумы етәкселәренә хәрби кейем, кәрәк-яраҡтар менән ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.