Башҡортостан табиптары сәләмәтек акцияһы барышында 18 хәрби һәм 470 яугир ғаиләһе ағзалары һаулығын тикшергән. "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы ғәмәлгә ашырыла. Уның барышында 72 мең кеше ҡабул ителгән. Хәүефле сир табылған кешеләргә өҫтәмә тикшеренеү өсөн йүнәлтмә бирелгән. Акция барышында Өфөнән табиптар бригадалары төрлө ауылдарҙа була, халыҡты бушлай ҡабул итә.