Башҡортостанда оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу өсөн федераль бюджеттан 160 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Беҙҙең республика "Кадрҙар" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса алдынғылар рәтендә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, 13 оборона-сәнәғәт предприятиеһы менән 3 меңгә яҡын килешеү төҙөлгән, 841 кеше уҡытыла.