Башҡортостандың төп турист бренды уның күп төрлөлөгөндә. Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында илдең әйҙәүсе киң мәғлүмәт сараларына биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе. Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп республика башлығы эске туризм өсөн уникаль мөмкинлек барлыҡҡа килеүен билдәләне. Сөнки аныҡ сәбәптәр менән сит илдәргә сығыу ҡатмарлашты.
Әле Башҡортостанда туризм инфраструктураһы камиллаштырыла. Кешеләр уникаль тәбиғәт объекттарын күрһен өсөн йәшәү урындары булдырыла, хеҙмәтләндереү яҡшыртыла. Һәр йыл туристар ағымы 20-25 процентҡа арта. Йыл һайын өс миллион туристы ҡабул итеү беҙҙең маҡсат. Төбәк башлығы был өлкәләге брендар иҫәбендә тәү сиратта экологик, этнотуризм, гастрономия һәм әлбиттә, медицинаны атаны. Башҡортостан шифаханалары илдә иң яҡшылары, тине Радий Хәбиров.