Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы бөгөн йәштәр майҙанын йыйҙы . Күләмле сара Рәсәйҙең 300-ҙән ашыу юғары уҡыу йорто студенттары араһында үтте. Улар илдең социаль-иҡтисади торошона бәйле сессия ултырыштарында сығыш яһаны, Рәсәй төбәктәре стендтарында ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форум бөгөн креатив йәштәрҙе берләштерҙе . Илдең төрлө төбәктәрендә белем алған студенттар Рәсәйҙең социаль-иҡтисади тармағын нығытыуға, креатив индустрияны үҫтереүгә йүнәлтелгән өс тиҫтәләп майҙансыҡта фекер алышты. Төбәк брендтарын маркетплейс аша һатыуға сығарыу ҙа шулай уҡ илдең иҡтисади тотороҡлолоғона ыңғай йоғонто яһай. Ватан етештереүсеһенең сауҙа маркаһын күтәреүгә бәйле мәсьәләләр айыры м секцияларҙа ҡаралды.
Йәштәр һанлы дәүерҙә финанс хәүефһеҙлекте барлап, тарихи хәтерҙе нығытты. Форум ҡунаҡтары Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең квиз-уйынында ҡатнашты.
Йәштәр шулай уҡ Рәсәй төбәктәре ҡаҙаныштары менән дә яҡындан танышты. Уларҙы бигерәк тә туризм индустрияһы ҡыҙыҡһындырҙы.
Һәр төбәктең үҙенә генә хас бренды. Был йәһәттән Башҡортостан стенды сағыулығы менән алдырҙы. Дүрт көн дауамында республика майҙансығы аша меңдәрсә кеше үтте.
Әлбиттә, форумдың уңышы ирекмәндәрҙең тырышлығынан да тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы быйыл донъяның 140 иленән 20 меңдән ашыу кешене бергә йыйҙы. Традиция буйынса Стратегик инициативалар агенлығы илдең инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләрен барланы. Башҡортостан икенсе йыл рәттән өсөнсө урын яуланы.
Азат Ғәлиуллин