Ялдан һуң йәнә хәрби позицияларға. Өфөнән ике аҙналыҡ ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Тантаналы сара ғәҙәттәгесә, Өфө-Арена янындағы майҙанда ойошторолдо. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға уларҙың яҡындары, ғаиләләре һәм дуҫтары килгән. Яугирҙарға республика етәкселеге изге ҡеүәтләү һүҙҙәрен еткерҙе. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов егеттәргә ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен һәм иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.