Баймаҡ районының «Ленин» хужалығы йәйләү осорона күсте

Йәйләү ‐ мул һөт осоро. Хужалыҡтар малдарын фермаларҙан йәйләүҙәргә күсерҙе. Был үҙ сиратында уларҙы иркендә тотоу, тәү сиратта, һөт күләмен арттырыуға килтерә. Баймаҡ районының «Ленин» исемендәге яуаплылығы сикләнгән ойошмала ла малдар йәйге лагерға сыҡты. Был турала киләһе сюжетта.

Бер көн йылды туйҙырған осорҙа ауыл хужалығында эш ҡайнай. Яҙғы сәсеү осоро тамамлана, малдар йәйләүгә күсә. «Ленин» исемендәге яуаплылығы сикләнгән ойошманың 245 баш эре мөгөҙлө малдары үләндең иң һутлы мәлендә «Таулыҡай» йәйләүендә көтөлә. Шуға күрә лә һөттөң сифаты ла, һауым да юғары.

Иртәле ‐кисле һауынға 6 һауынсы ауылдан машина менән килә. Йәйләүҙә малсылар, малдар өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Малдарҙы ашатыу, көн тәртибе лә теүәл үтәлә. Бөгөн фермала көндәлек һауым уртаса 2 тоннанан ашыуыраҡ тәшкил итә. Һөт көн һайын «Мәләүез һөт консерва комбинатына» оҙатыла. 30 йылдан ашыу һауынсы булып эшләгән Тәслимә Ғәлина: « Йәйләү осорон көтөп алабыҙ, тәбиғәт ҡосағында эшләүе лә күңелле, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй‐ ти.

Һөтсөлөк фермаһында берҙәм, татыу, үҙ эшенә намыҫлы ҡараған, ваҡыт менән иҫәпләшеп тормаған коллектив тупланған. 6 көтөүсе график буйынса һыйырҙарҙы тәүлек әйләнәһенә ҡырҙа көтә. Һауынды арттырыу маҡсатында һәр баш һыйырға 4‐5 кг фураж оно бирелә. Таулыҡай фермаһында ремонт эштәре көтөлә, материалдар ҡайтарыла башлаған. Көҙгә тиклем иҙәндәрен алыштырыу, майҙандарҙы иркенәйтеү ҡаралған.