Бай хәрби тәжрибәле офицер. Башҡортостан башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов бөгөн 50 йәшен билдәләй. Махсус хәрби операция башланғандан алып Алик Финзир улы яугирҙар янында. Юбиляр менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Алик Камалетдиновтың телефоны иртәнән бирле тынмай. Тәүгеләрҙән булып юбилярҙы Радий Хәбиров ҡотланы. Башҡортостан башлығы үҙенең кәңәшсеһенең батырлығын һәм фиҙаҡәрлеген, уның яугирҙарға ярҙам итеүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләне.
Алик Финзир улы - ябай яҙмышлы кеше түгел . Уның иңендә ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеү йылдары. Замандашыбыҙ һуғышты ишетеп кенә белмәй һәм фронттағы яугирҙараға ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим булыуын аңлай. Шуға күрә махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк хәрбиҙәр янында була, иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә.
Өс йыл дауамында Алик Финзир улы яугирҙарҙы республика етәкселеге менән бәйләүсе звено булып тора. Һәр ваҡыт тыңларға һәм ярҙам итергә әҙер. Уның тәжрибәһе һәм белеме баһалап бөткөһөҙ, ти хәрбиҙәр.
Үҙенең юбилей көнөндә лә Алик Камалетдинов хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеп, үҙ бурысын үтәүен дауам итә. Уның көндәлек эше яугирҙарҙың рухын күтәреүгә, уларҙың көнкүрешен яҡшыртыуға һәм иң мөһиме еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлтелгән.
Илдар Байбулатов