Башҡортостанда күп функциялы спорт майҙансығы булдырыла

Петербург иҡтисади форумында Республика хөкүмәте һәм "Сәләмәт Ватан" йәмәғәт ойошмаһы  араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Премьер-министр Андрей Назаров  белдереүенсә, "Рәсәйҙә 100 спорт майҙансығы" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, республика райондарының береһендә күп функциялы биләмә булдырыла.  Бының өсөн 10 миллион  һумдан ашыу аҡса тотонола.