Киләһе йылдан Рәсәйҙә пенсияны индексациялау ике этапта башҡарыла

1 февралдән түләүҙәр уҙған йылдағы инфляция кимәленә ҡарап арта. 1 апрелдән иһә  айлыҡ  килемдең артыу кимәлен иҫәпкә  алып күтәреләсәк. Был турала Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков белдерҙе. 2026 йылға бюджетты әҙерләгәндә был үҙгәрештәр иҫәпкә алынасаҡ тине ул.