Башҡортостан президент гранттары фондының икенсе конкурсы һөҙөмтәләре буйынса алдынғылар рәтендә. Координация комитеты ултырышында ошо билдәле булды. Беҙҙең республиканан 69 проект 99 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Был Башҡортостан өсөн рекорд һан. Беренсе конкурс һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республикала 46 социаль проектҡа ярҙам күрһәтелә. 73 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған.