Башҡортостанда өҫтөнлөклө креатив инвестиция проекттары исемлеге булдырыла

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция  сәйәсәте  министрлығынанда ошо турала документ әҙерләнгән. Уға ярашлы, креатив башланғыстар өсөн талаптар, дәүләт ярҙамы алыу өсөн шарттар билдәләнә. Проекттар милли мәҙәниәт һәм иҡтисад, традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш. 2024 йылда республикала креатив индустрия үҫеше стратегияһы раҫланды. Белгестәр фаразлауынса, алдағы йылдарҙа ижади бизнес иҡтисадта күпкә ҙур урын аласаҡ.