Депутаттар 70-тән ашыу мәсьәлә ҡарарға йыйына. Көн тәртибенә индерелгән закон проекттары иҫәбендә - Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Һүҙ хәрби журналистарҙы социаль яҡлауҙы көсәйтеү хаҡында бара. Улар ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, халыҡҡа хәрби хәрәкәттәр зонаһынан дөрөҫ мәғлүмәт еткерә, ти Республика парламенты комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт