Өфөлә 27 июндә түләүле парковкалар эшләй башлай

Әле зәңгәр төҫтәге һыҙаттар һыҙыла, мәғлүмәт таҡталары урынлаштырыла. Тейешле юл билдәләре ҡуйылған.Эш көндәрендә машинаны парковкала ҡалдырыуҙың бер сәғәте 40 һум тора. Өфөлә 3 мең ярымдан ашыу түләүле урын булдырыу ҡарала. Исемлек менән баш ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.