Башҡортостан делегацияһы Екатеринбургта Бөтә Рәсәй сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша

"Иннопром" 7-10 июлдә уҙғарыла. Радий Хәбиров хөкүмәткә ошо сараға әҙерләнергә ҡушты. Уҙған йылда Башҡортостан делегацияһы "Иннопром"да 9 килешеү төҙөнө. 17 миллиард 800 миллион һумлыҡ инвестиция проекттары буйынса документтарға ҡул ҡуйылды.