Был аҙнала сәләмәтлек поездары ете районда була

Табип бригадалары Архангел, Дыуан, Дүртөйлө, Бүздәк, Баҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән халҡын ҡабул итә. "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы көҙгә тиклем бара. 21 апрелдән башлап 72 меңгә яҡын тикшереү уҙғарылған. 1 мең 700-ҙән ашыу хәүефле ауырыу асыҡланған, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.