Өфөлә «Фронтҡа киткән яҡташтарға» һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте

Сара Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө тимер юл станцияһынан фронтҡа меңдәрсә яҡташыбыҙ юлланған.

Хәтер сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һалдаттарҙың тол ҡатындары һәм һуғыш балаларына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Сарала ҡатнашыусылар яу ҡырҙарында ятып ҡалған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.