Өфөлә «Хәтер шәме» патриотик акцияһы үтте. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын данлау һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға арналған сара баш ҡалала 8-се тапҡыр ойошторолдо. Быйыл ул Өфөнөң Юнармеецтар скверында үтте. Хәтер сараһы концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Артистар хәрби йырҙар башҡарҙы, шиғыр һөйләне. Акцияла шулай уҡ «Мәңгелек геройҙар» - «Бөтә дәүер геройҙары» видеороликтар конкурсына йомғаҡ яһалды. Наградалар ил тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәргә арналған роликтар авторҙарына тапшырылды.