Быуындар бәйләнеше. 428-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары окоп шарттарында ла үҙ тарихын онотмай. Башҡортостандан мобилизацияланған ир-егеттәр олаталарының фотоһүрәттәренән бәләкәй генә стенд эшләгән. «Яҡындарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында фашизмды еңгән, беҙ ҙә улар кеүек батыр булырға тейеш», - ти бөгөнгө ил һаҡсылары. Хәрби бурысын үтәп ҡыҫҡа ваҡытлы ялға туҡтаған заман геройҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Һәр фотоһүрәт артында - тарих, һәр йөҙҙә - ҡаһарманлыҡ. Был стенд - быуындар араһындағы өҙөлмәҫ бәйләнеш символы. Ул яугирҙарға үҙ тарихын хәтерләргә, Ватан алдындағы яуаплылыҡты тойорға ярҙам итә.
«Шамсик» ҡушаматлы яугир мобилизацияға тиклем Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләгән. Ике йыл Элек Радий Хәбиров бейеүсегә «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем тапшырҙы. Бөгөн ул рота командирының хәрби-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.
428-се мотоуҡсылар полкында Башҡортостан вәкилдәре бихисап. Улар күп кенә тораҡ пункттарҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Дошман трофейҙары ла ватандаштарыбыҙға эләгә.
Яҡташтарыбыҙҙың яуҙа күрһәткән батырлыҡтары менән дошмандар ҙа хәбәрҙар. Башҡорт хәрбиҙәренең ҡыйыулығы тураһында хатта легендалар йөрөй.
Бөгөн 428-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары яңы бурыстар үтәргә әҙерләнә. Мобилизация буйынса тыуған ил һағына баҫҡан заман геройҙарын тағы ла ҡатмарлы алыштар һәм яңы еңеүҙәр көтә.
Илдар Байбулатов