Салауат ҡалаһында етемдәргә фатирҙар тапшырыу дауам итә

Етемдәргә торлаҡ. Салауат ҡалаһында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү алдан билдәләнгән план буйынса атҡарыла.

Быға тиклем Салауат ҡала хакимәте тарафынан был категория граждандарға 11 торлаҡ бинаһы бүленгән булһа, ошо көндәрҙә тағы ла 4 етемгә фатир асҡыстары тапшырылды. Өй туйлаусы йәштәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Улар барыһы ла киләсәген ҡала предприятиелары һәм ойошмалары менән бәйләргә ниәтләй. Әлеге ваҡытта ҡала буйынса ошо категорияға ҡарған 171 кеше сирата тора. Уларҙың 86-һы 14 йәштән 18, 78-е 18-ҙән 23 йәшкә тиклемгеләр, тағы ла бишәүһе 23 йәштән өлкәндәр. Фатир алыусылар әйтеүенсә, торлаҡ юллау бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаған.