«Көс урыны» фильмы халыҡ-ара фестиваль лауреаты булды

БСТ телеканалының «Көс урыны» фәнни-популяр фильмы «Яңы ысынбарлыҡ - 2025» Халыҡ-ара телекинофестивале лауреаты. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Түбәнге Новгород ҡалаһында үтте. Сара Рәсәй журналистар союзы Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды ярҙамында ойошторолған.

«Көс урыны» фәнни-популяр фильмы Шишмә районындағы «Турахан» кәшәнәһе тураһында бәйән итә. Республика гранты ярҙамында ижади ителгән картинаны беҙҙең телеканалдан тыш, Евразия күсмә халыҡтары цивилизациялары музейының визит үҙәгендә меңдәрсә кеше ҡараған. Фильмдың проект етәксеһе һәм авторы Гәүһәр Батталова әйтеүенсә, кинотаҫма баһалама ағзаларын битараф ҡалдырмаған. Бүләкләү тантанаһы һуңынан да буласаҡ музей комплексы менән яҡындан танышырға теләүселәр күп булған.