Баймаҡ районы Беренсе Төркмән ауылында райондың ҡул эштәре оҫталары йыйыны үтте. Сараны ошо ауылда эшләп килгән «Ихлас» түңәрәге ағзалары ойошторҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өс йыл элек Төркмән ауыл биләмәһендә мал ауырыуы табылғас, халыҡ аптырап ҡала. Шул ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса Беренсе Төркмән ауылына һигеҙ теген машинкаһы килтерелә. Рәғиҙә Әхмәтшина ауыл клубына оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплап, башҡорт халҡының кейемдәрен тегеү, биҙәүестәрен эшләү түңәрәген ойоштора. Махсус хәрби операция башланғас, Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы уңған ҡыҙҙары менән яралыларҙы ташыу өсөн носилкалар тегә башлай. Ошо тәңгәлдә район ирекмәндәренә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Шулай уҡ улар райондың «Беҙ бергә!» ирекмәндәр төркөмө менән берлектә яугирҙәргә толстовкалар тегә.
«Ихлас күңелдән» байрамына Беренсе, Икенсе Төркмән, Әхмәр, Абҙаҡ, Күсей, Басай, Иҫәнбәт, Ишмөхәмәт, Иҫке Сибай, Мерәҫ ауылдарынан килгән оҫтабикәләр үҙ эштәренән торған күргәҙмә ойошторҙо. Улар араһында ҡомартҡылар ҙа, аманат итеп тапшырылған ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре лә булды. Йыйында оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар эштәрен күрһәтте, йыр-бейеүҙәр менән дә сығыш яһаны.
Халҡыбыҙҙың тарихы һағында торған ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Тап улар үҙҙәренең ҡул эштәре менән тарихты тергеҙеп, киләсәк быуынға тапшыра. Баһалама ағзаларына алтын ҡуллы оҫтабикәләрҙең иң-иңдәрен билдәләү еңелдән булманы. Беренсе урынға Басай ауылының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөн лайыҡ тип тапты. Абҙаҡтар - «Тамашасы һөйөүе», әхмәрҙәр - «Иң дәртле төркөм», төркмәндәр - «Оҫта ҡулдар», иҫәнбәттәр - «Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы», Күсей ауылының ҡатын-ҡыҙҙары «Илһөйәрлек» номинацияларында билдәләнде.