Өфөнөң Затон биҫтәһе Пожарский урамында йәшәүселәр өс аҙна һыуһыҙ интегә

Өфөнөң Затон биҫтәһе Пожарский урамында йәшәүселәр өс аҙна һыуһыҙ интегә. 6 июндә көтөлмәгәндә тотош өйҙә һыу һүндерелә.

Йорт хужалары ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәһен, мәсьәлә асыҡ ҡала. Ике ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең күбеһе оло йәштәгеләр, бәләкәй балалар ҙа байтаҡ, иң кесеһенә 4 йәш. Һөҙөмтәлә халыҡ һыуҙы эргәләге колонканан ташырға мәжбүр. Авария хәлендәге йортта йәшәгән халыҡ икенсе торлаҡҡа күсереүҙәрен көтә.

Беҙ бер нисә тапҡыр ҡала округы хакимиәтенә, водоканалға мөрәжәғәт иттек, әммә бер ниндәй ҙә яуап алманыҡ. Килеп күреп ярҙам итергә вәғәҙә иттеләр, тик мәсьәлә хәл ителмәне.

Сергей Селезнев, Затон биҫтәһендә йәшәүсе